“Иң яҡшы китап уҡыусы- 2017»  конкурсы буйынса һорауҙар

1. ”Доньяла кеше үҙе өсөн генә йәшәргә тейеш түгел. Ана ҡояшты ҡарағыҙ,  ул бөтә ерҙе йылыта...”  Был һүҙҙәрҙе ниндәй әҫәрҙең геройы әйтә?

2. Гөлнур Яҡупованың ниндәй хикәйәһендә һауа торошо менән бәйле  халыҡ һынамыштары тураһында һүҙ бара?

3. Бөйөк Ватан һуғышында Асмандың яралы  Хәмзә олатаһын  яу яланынан кем алып сыҡҡан, ҡотҡарыусының исеме? Әҫәрҙең исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

4. Ҡадир Алибаев шиғырында сирле себеште нимә терелтергә ярҙам иткән?

5. ”Был ябай әйбер түгел.Ул бик тарихи ҡомартҡы.Уның менән олатайың һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты.” Нимә хаҡында һүҙ бара, кемгә тапшырыла был ҡомартҡы? Әҫәрҙең исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

6. Был пьесала төлкө сөскөрөп нимәнән тороп ҡала? Әҫәрҙең исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

7. ”Ҙур ҡаҙанда аш бешә.Һикелә яңы ҡырҡып һалынған һалма кибә.Мейес янында борхоп ҙур еҙ самауыр ҡайнай.Өләсәһе мейестә ҡоймаҡ ҡоя.Әй, ярата ла инде төпсөк шундай мәлде.Барыһы ла үҙ эштәре менән мәшғүл.Ағаһы утынлыҡта ваҡ-ваҡ ҡына итеп самауырға шаҡмаҡтар яра. Ике апаһы сыр-сыу килеп өй йыйыштыра. Береһе тимер иләк менән ҡырып иҙән йыуа, икенсеһе тәҙрә быялаларын  ағас ҡашык менән һыу һибеп таҙарта.”  Әҫәрҙең геройҙары нимәгә әҙерләнәләр? Әҫәрҙең исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

8. Был повестың геройы  башлыса “Урал батыр” эпосы буйынса компьютер уйыны ҡорорға теләй, артабан кинофильм төшөрөргә вәғәҙә итә, уның исеме нисек? Әҫәрҙең исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

9. Шиғырҙың өҙөгө буйынса нимә  тураһында һүҙ барганын билдәләгеҙ. Авторы кем?

Яңы йылға килмәй ул,

Ҡыш бабайҙы белмәй ул.

Аҡ ҡар төҫөн күрмәй ул,

Яҙ еткәнен һиҙмәй ул.

10.Ишмырҙаға  батырлыҡ тураһында ниндәй китап оҡшай? Әҫәрҙең исемен һәм авторын билдәләгеҙ.

 

Әҙәбиәт  исемлеге:

1.Абдуллина Л. Балҡантау рухы: мажаралы фантастик повесть.-Өфө:Китап, 2015. - 92 б.

2.Баймөхәмәтов А.Ғ. Ҡалдырма, әсәй! :Повесть.- Өфө: Китап, 2016. - 160 б.

3.Ғөбәйҙуллина Ф.Х. Дүртенсе мөғжизә:шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар.- Өфө: Китап, 2015. - 244 б.

4.Йәғәфәрова М.М. Ҡупшы себеш: шиғырҙар. - Өфө: Китап, 2016. - 28 б.

5. Кәримов М. С. Беҙҙең өйҙөң йәме:повесть. - Өфө:Китап, 2014. - 192 б.

6. Кәримов С. Ғ. Тәүге дәрес: хикәйәләр. - Өфө:Китап, 2015. - 128 б.

7.Ситдиҡова Г.Р. Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. - Өфө:Китап, 2014. - 156 б.

8.Ураҡсина Р.М. Тыуған ерем – торған ерем: шиғырҙар, хикәйә һәм пьесалар. - Өфө:Китап, 2015. - 156 б.

9.Әлибаев Ҡ.Ә. Күңелле иртә: шиғырҙар. - Өфө:Китап, 2015. - 108 б.

10.Яҡупова.Г.М. Тылсымлы ҡәләм: әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, йомаҡтар. -  Өфө:Китап, 2016. - 104 б.