Межпоселенческая центральная библиотека
Татышлинского района Республики Башкортостан
logo

«Ижади майҙан»

#ВсемирныйКурултайБашкир #Ижади майҙан #ИсполкомКурултаяБашкирТатышлинский
Ағиҙел ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Ижади майҙан» исемле оло ҡор үтте. Йыйында Тәтешле районы ҡоролтай вәкилдәре, ижади коллектив етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар ҡатнашты. Сарала 10 майҙансыҡ эшләне: кино, әҙәбиәт, театр, бейеү, рәссамдар, балалар тәрбиәләү, йәштәр сәйәсәте һәм башҡа темаларға арналған әңгәмәләр ойошторолдо. Төрлө сәнғәт төрҙәре һәм жанрҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәрендә һәр тарафҡа айырыуса ихтибар бүленде.
Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын үҫтереү, йолаларға, телгә һөйөү тәрбиәләү сараның төп темаһы булды.