Межпоселенческая центральная библиотека
Татышлинского района Республики Башкортостан
logo

«АҒИҘЕЛ»гә – 100. ЖУРНАЛУ«АГИДЕЛЬ» – 100 ЛЕТ

✨БЕР ЮЛЫ ИКЕ КОНКУРС ИҒЛАН ИТӘБЕҘ!!!

Фотомандар – алға!

“Ағиҙел” журналының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы фотоконкурс иғлан итәбеҙ. Бәйгенең төп шарты буйынса һеҙ ебәргән фотола иң мөһиме “Ағиҙел” журналы һәм уның көтөлмәгәнсә оригиналь сюжетлы булыуы мотлаҡ. Әйтәйек, һеҙ ғаиләгеҙ менән бергә журнал уҡыйһығыҙмы, бесәйегеҙ журнал биттәрен асып ултырамы, сабыйығыҙҙың ауыҙы имеҙлектә лә, күҙҙәре “Ағиҙел”дәме, ҡыҫҡаһы, – һеҙҙең фантазияға тулы ихтыяр.
Фотобәйге 6 марттан 6 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Еңеүсене 12 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк 100 йыллыҡ юбилей кисәһенә саҡырып бүләкләйәсәкбеҙ. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн фотоларға исем ҡушып #Ағиҙел100#Аҡмуллаарбаһы #Аҡмулла_арбаһы хештегтары менән “Бәйләнештә” селтәрендәге диуарығыҙға урынлаштырырға һәм “Ағиҙел”дең https://vk.com/journalagidel аккаунтына шәхси хәбәр итеп ебәрергә кәрәк.
Фотомандар – алға!

___________________________________________________–
Шиғри йөрәктәр – алға!

“Ағиҙел” журналы тормошоңда ниндәй урын биләй? Журналдың милләтебеҙ тормошонда уйнаған ролен нисек билдәләйһең? Яратҡан баҫмабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата ниндәй теләк-тәҡдимдәрең, ҡотлау һүҙҙәрең булыр?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап биреү, ғөмүмән, журналыбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡайнар хистәрегеҙҙе, ҡанатлы тәбрик һүҙҙәрегеҙҙе шиғыр аша белдереү мөмкинлеген бирәбеҙ һеҙгә, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!
Шиғри бәйге 6 марттан 6 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Еңеүсене 12 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк 100 йыллыҡ юбилей кисәһенә саҡырып бүләкләйәсәкбеҙ. Шиғырҙың күләме сикләнмәй.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн яҙманы #Ағиҙел100#Аҡмуллаарбаһы #Аҡмулла_арбаһы хештегтары менән “Бәйләнештә” селтәрендәге диуарығыҙға урынлаштырырға һәм “Ағиҙел”дең https://vk.com/journalagidel аккаунтына шәхси хәбәр итеп ебәрергә кәрәк. Шиғри йөрәктәр – алға!